Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ошо туралағы закон проектын алдағы пленар ултырышта беренсе уҡыуҙа ҡарарға йыйына. Яңы ҡануни документҡа ярашлы, республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһындағы Кодексынан автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалу техосмотр үткән осраҡта ғына мөмкин тигән Положение алына.
ОСАГО килешеүе төҙөү өсөн бынан ары диагностика картаһы күрһәтеү кәрәкмәйәсәк. Закон проекты шәхси авто һәм мототранспортҡа ҡағыла.







