Был бик яҡшы күрһәткес һәм республика кампанияға етди әҙерләнгән. Быға пандемияға бәйле халыҡ иҫәбен алыу ваҡыты кисектерелеүе лә булышлыҡ итте.
Ойоштороусылар ныҡлап әҙерләнеп өлгөрҙө, тине Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе. Александр Сидякин халыҡ иҫәбен алыуҙы күп функциялы үҙәктә үтте. Республикала кампания барышы тураһында киләһе репортаж.
Фронтовик Таиф Зариповтың өҫтәленән төймәле счеттың төшкәне лә юҡ. Тормошта бар нимә лә хисап ярата, ти ул. Шуға күрә халыҡ иҫәбен алыуға ла ветеран бик етди ҡарашта. Быға тиклем уҙғарылған бер генә кампаниянан да ситтә ҡалғаны юҡ.
Әммә хәҙер төймәле иҫәп заманаһы түгел, Таиф Хәким улы тураһындағы мәғлүмәт планшетҡа ғына индерелә. Сумаҙан тултырып ҡағыҙ анкеталар йөрөтәһе лә түгел, ваҡытты ла бик аҙ ала, ти иҫәпселәр.
Мәсетлелә лә халыҡ иҫәбен алыу әүҙем бара. Башҡортостанда иһә халыҡтың 4 миллион 40 меңдән ашыуы гражданлыҡ бурысын үтәгән. Һанаулы ғына ҡалған көндәрҙә лә республика халҡы ҙур яуаплылыҡ күрһәтеренә ышаныс бар. Сөнки халыҡ иҫәбен алыу беҙҙең киләсәк.
Халыҡ иҫәбен алыу милли республикалар өсөн айырыуса мөһим, тине Александр Сидякин. Үҙе ул рус һәм инглиз телдәрендә аралашыуын билдәләгән. Башҡорт телен өйрәнә, әммә рәсми теркәрлек кимәлдә түгеллеген белдерҙе. Бәлки тағы ун йылдан тел тураһындағы графала башҡорт телен өҫтәүен дә иңҡар итмәй.
Айнур Кәбиров







