Ул тотош һөйләмдәрҙе башҡорт теленән руссаға йә руссанан башҡортсаға тәржемә итә ала. Әле ҡушымта тест режимында эшләй. Шулай ҙа, әйтергә кәрәк, проектты тормошҡа ашырыу 70 процентҡа теүәлләнгән.
«Bashkortsoft» проекты тест режимда эш башлауға ҡарамаҫтан, бөгөн ул үҙ ҡулланыусыларын тапты. Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәргә ул бик тә ҡыҙыҡ һәм яҡын буласаҡ, ти ҡушымта авторҙары.
Проект башҡорт телендәге текстар, тәржемәләр менән эшләгәндәрҙең барыһы өсөн лә файҙалы. Онлайн-тәржемәсе күләмле текстарҙы тәржемәләй, һүҙлек, тәржемәне тауышландырыу бүлеге лә бар. Әле проекттың сифаты яҡынса 70 процент тәшкил итә. Параллель текстар ни тиклем күберәк, тәржемәсе лә шул тиклем сифатлыраҡ була, тигән фекерҙә проект ағзалары.
Тәржемәләр хеҙмәттәшебеҙ, алып барыусы Наил Юнысов тауышы менән яҙҙырылған.
Ғөмүмән, башҡорт һәм рус телдәрендә йәмғеһе 14 меңдән ашыу интернет бит эшкәртелгән. Әле проектты камиллаштырыу дауам итә. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды «Bashkortsoft» тормошҡа ашырыуҙың Башҡортостанда мәғлүмәти технологияларҙы, республиканың дәүләт телдәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәгенә ышана.
Азат Ғәлиуллин




