11 ноябрҙән кескәй тамашасылар өсөн «Арба» спектакле ҡуйыла башлай. Пьесаның авторҙары – Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаевалар. Бер сәғәтлек тамаша өс өлөшкә бүленгән, «уңған ҡулдар», «дәртле аяҡтар» һәм «батыр йөрәк» тураһында музыкаль спектаклдәр ҡуйыла.
Ялҡау һәм ҡурҡаҡ булған осраҡта кешеләр донъяһы һәм әкиәт персонаждары араһында йәшәп буламы? Әҫәр аша балаларға изге эштәргә һөйөү уятыу маҡсаты ҡуйылған. Спектакль барышында актерҙар малай-ҡыҙҙарҙы бейергә, йырларға, уйнарға ла саҡырасаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина




