Парикмахер һөнәрен ташлап, ижадҡа сумған

Иглин ауылы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәүәҫкәр рәссам Ольга Камневаның тәүге шәхси күргәҙмәһе асылды. Халыҡ иғтибарына ул майлы буяуҙар һәм нефть менән яҙылған картиналарын тәҡдим итә.

Ольга Ивановна 2014 йылда һүрәт төшөрә башлап, хатта Әзербайжан белгестәрендә оҫталығын камиллаштырып ҡайтҡан. Рәссамдың ижади эштәрендә башлыса тәбиғәт күренештәре, урман, йылға-күлдәр сағылыш тапҡан. Шулай уҡ ул мөхәббәт, бәхет темаларын да күтәреп сыҡҡан. Күргәҙмәгә килеүселәр ҙә картиналарҙағы сюжеттарҙан хайран ҡалып, уларҙың тормошсан булыуын билдәләй.

Фото №1 - Парикмахер һөнәрен ташлап, ижадҡа сумған

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ