Уларҙың үтәлешен тикшереү маҡсатында республикала рейдтар үткәрелә. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
«Метро» гипермаркетының майҙаны 9 мең квадрат метр. 10 ноябрҙән майҙаны мең квадрат метр булған залдарға куар-код һәм һуңғы ярты йылда ковид-19 инфекцияһын үткәреү хаҡында белешмә менән инергә мөмкин. Ә медицина күрһәткестәренән сығып вакцинация үтергә рөхсәт булмағанда, һатып алыусылар ПЦР тест нигеҙендә үткәрелә.
Өфөнөң Киров районында тиҫтәгә яҡын гипермаркет эшләй. «Метро» гипермаркетына ингән ерҙә ковид инспекторҙар ҡаршылай. Һатып алыусыларға башта термометрия үткәрелә. Был постан бер кем дә куар-кодһыҙ һәм белешмәһеҙ сауҙа залдарына индерелмәй.
Белешмәләрен автомобилдә онотҡандар ҙа кире борола.Ҡайһы бер граждандар яңы сикләүҙәр хаҡында гипермаркет хеҙмәткәрҙәре аша белә. Яңы ҡағиҙәләрҙе граждандарға һаҡсыларҙан тыш, эске эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә аңлата. Был сикләүҙәр ауыр сир таралмаһын өсөн төп талаптар иҫәбендә.
Белешмә һәм куар кодтары булмағандар сауҙа залдарына индерелмәй. Идарасылар яңы сикләүҙәр сауҙа әйләнешен илле процентҡа тиклем кәметте, әммә һаулыҡ өсөн был берҙән-бер ышаныслы юл,ти.
«Декатлон» спорт гимермаркетының майҙаны өс мең квадрат метрҙан ашыу. Сауҙа залдарына ингән урында яңы сикләүҙәр хаҡында белешмә ҡуйылған һәм талапсан хеҙмәткәрҙәр ҡаршылай.
«Лента» гипермаркетында иһә яңы сикләүҙәргә кисә кистән үк әҙерлек башланған. Төнгө ун икенән һуң сауҙа үҙәгенә килеүселәрҙән куар-кодтар талап ителгән. Гипермаркет тәүлек әйләнәһенә эшләгәс,һатып алыусылар ҙа иртә менән түгел, ә тәүлек башынан яңы форматта индерелә.
Рейдтар бөтә республика буйынса үтә. Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалалары гипермаркеттарында ла яңы сикләүҙәр үтәлешен тикшереү буйынса рейдтар ойошторолдо. Нефтекамалағы рейд барышында күргәҙмә матералдар һәм термометрия үткәреүҙә етешһеҙлектәр табылды һәм улар хаҡында сауҙа вәкилдәренә телдән иҫкәрмәләр яһалды.
Республика Башлығының юғары әҙерлек тураһындағы указындағы үҙгәрештәр үтәлеше Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы, ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт вәкилдәре тарафынан даими контролдә тотола. Был талаптар үтәлмәгәндә физик һәм яуаплы шәхестәр 5-15, ә юридик шәхестәргә 50-100 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.
Гүзәл Борханова







