Ошо көндәрҙә республика вәкилдәре Будапешта Фольклор фестивалдәре һәм халыҡ сәнғәте ойошмалары – СИОФФ-тың Генераль ассамблеяһында ҡатнаша. Сара барышында Башҡортостан Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Венгрия Мәҙәниәт министры Петер Фекете менән осрашты. Унда үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре ҡаралды. Венгрия этнография музейында этнограф, антрополог һәм фольклорсы Дьюла Месароштың үҙенсәлекле тупланмаһы һаҡлана. Ғалим XX быуат башында Волга буйы төбәктәрендә экспедиция барышында башҡорттар тормошон да өйрәнә. Коллекцияла 200-ҙән ашыу экспонат иҫәпләнә. Яҡын арала уны Өфөлә Милли музейға алып килеү мөмкинлеге ҡаралды. Һөйләшеү барышында шулай уҡ Венгрия этнография музейында Башҡорт этнография залын ойоштороу килешелде.







