Рәсәй Статистика хеҙмәте етәксеһе Павел Малков Хөкүмәт кәңәшмәһе барышында Рәсәй Президентына шулай тип белдерҙе. Алдынғы төбәктәр исемлегендә шулай уҡ Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Краснодар крайы бар. Әле илдә 133 миллион ярым кеше иҫәп алыуҙа ҡатнашҡан. Башҡортостанда 4 миллиондан ашыу кеше мәғлүмәт тапшырған. Статистика хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡулланылған һанлы технологияға бәйле тәүге һөҙөмтәләр декабрҙә билдәле була. Йән иҫәп 14 ноябргә тиклем дауам итә.







