Сара буллез ауырыуынан яфаланыусы балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Улар республикала тиҫтәгә етә. Лиза Багрова Туймазы районының Ҡандра ауылында йәшәй.
Синтезатор 7 йәшлек Лизаның яратҡан уйынсыҡтарының береһе. Ул һәр көнөн тигәндәй музыка ҡоралында уйнап уҙғара. Синтезатор телдәренә ҡыҙ усы менән баҫа. Сөнки бармаҡтар йомолған. Лиза эпидермофитон бәшмәге йоғоуҙан тире ауырыуынан яфалана.
Көн дә перевязка эшләүгә Лиза тамам өйрәнеп бөткән. Хатта, үҙе лә аяҡ-ҡулдарын бинтлап ҡуя. Буллез ауырыуы ҡыҙҙа тыумыштан килә. Тиреһе тиҙ боҙолоусан. Саҡ ҡына ҡағылыуҙан да тәне күбекләнеп, эрозияға килтерә.
Марина Багрова, Лизаның әсәһе: «Беҙ ҡыҙыбыҙҙың ауырыуы тураһында бер кемдән дә йәшерергә тырышманыҡ. Башҡаларға йоғошһоҙ, хәүеф икәнлеген аңлаттыҡ. Барыһы ла хәлде аңларға тырышты. Диагнозды табиптар бала тыуғас та ҡуйҙы. Баш тартырға кәңәш иттеләр. Ризалашманым».
Ҡул бармаҡтары бөтөнләй бөкләнмәһен өсөн көн дә гимнастика эшләргә тура килә. Был осраҡта музыка ҡоралы телдәренә баҫып уйнау яҡшы күнегеү. Рәсәйҙә барлығы 2 мең- ике мең ярым самаһы бала ошо ауырыуҙан яфалана. Республикала улар унау.
Проект хаҡы 95 мең тирәһе тәшкил итә. Был сумманы 48 көн эсендә йыйып музыка ҡоралын һатып алыу маҡсатын ҡуя ойоштороусылар. Лизаның үҙенең дә уҡыуға теләге көслө, шиғырҙы бер уҡыуҙан ятлап ала. Ә инде пианино булғанда ҡыҙға яңы мөмкинлектәр асылыр ине...





