Уның романдары рус әҙәбиәтен бөтә донъяға таныта. Классиктың әҫәрҙәре бик күп телдәргә тәржемә ителгән. Достоевский рухты тетрәндерерлек ижадсы, ти Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе Зәки Әлибаев.
Республика музейҙары һәм китапханалары Федор Достоевскийҙың юбилейы уңайынан күргәҙмә әҙерләгән. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана уҡыусылар өсөн виртуаль экспозиция тәҡдим итә.







