Был турала Федераль дәүләт статистика хеҙмәте етәксеһе Павел Малков Рәсәй Президенты ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә белдерҙе. Уның билдәләүенсә, яуаплы кампания илдең тағы ла тиҫтәнән ашыу субъектында уңышлы бара.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала дүрт миллиондан ашыу кеше иҫәпкә алынған. Ростат башлығы әйтеүенсә, Рәсәйҙә бөтәһе 133 миллион самаһы кеше иҫәп алыуҙа ҡатнашҡан, был илдә йәшәүсе халыҡтың яҡынса 92 проценты.
Күпселек төбәктәрҙә әлеге күрһәткес – 80-90 процент. Заманса технологиялар ярҙамында оператив йомғаҡтар быйыл декабрҙә үк билдәле була, 2022 йылдың ғинуарында ентекле йомғаҡ яһала, ә тулы һөҙөмтәләр киләһе йыл дауамында иғлан ителәсәк. Быға тиклем статистик мәғлүмәттәрҙе барлау өсөн 3-4 йыл талап ителгән булған.







