Өфө районы Подымалов ауылындағы заводта пластик ҡалдыҡтарҙан бәләкәй архитектура формалары етештерелә. Эшҡыуар заказ буйынса эшләй. Нисек итеп пластик ҡапҡасты эскәмйәгә әйләндерергә? БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева етештереү цехын барып күрҙе.
Пластик ҡапҡастар, һауыттар тәүҙә ваҡлана. Төрлө төҫтәге сеймал артабан башҡа полиэтилендар менән ҙур ит турағысҡа оҡшаш аппарат эсенә һалына. Унан юғары температура аҫтында иреп иҙмә килеп сыға. Оҫта уны ҡамыр әүәләгән һымаҡ әүәләп формаға һала.
Сүптән сүп һауыттары һәм эскәмйәләр етештереү эшенә Вадим Нурҡаев быйыл апрелдә тотонған.
Төркиәнән фатир алып күсеп китергәме йәки яңы тыуған ерҙә эш асырғамы тигән һорауҙа ул икенсеһен һайлай. Әйтергә кәрәк, тап ситтә йөрөгәндә ул пластик әйберҙәрҙе эшкәртеп файҙаланып булыуы тураһында белеп ҡала. Сеймал өсөн бахилалар һәм башҡа полиэтилен, пластик әйберҙәрҙе медицина, мәғариф һәм башҡа учреждениеларҙан ала.
Тимәк, ҙур ҡалала ҡулланылған меңәрләгән бахиланы тәбиғәткә түгеп зыян килтермәй, икенсе ғүмер бирергә мөмкин.
Утта янмай, һыуҙа батмай, ти эшҡыуар үҙенең продукцияһы тураһында. Мәҫәлән, ғәҙәти ағас эскәмйәләр сереһә, пластиктан эшләнгәне күп йылдар хеҙмәт итәсәк. Уны күсереп алып китеп тә булмай, 150 килограмм тирәһе тарта. Сөнки иретелгән пластикка күп итеп ҡом ҡушып эшләнә. Бер эскәмйә яҡынса 16 мең һумға һатыла.
Сүп контейнерҙары майҙансығына кәртәләр етештереү ҙә юлға һалынасаҡ. Сөнки сүп ташларға килгән кешеләргә ул ҡалдыҡтарҙы айырып һалырға этәргес булыр тип күҙаллана. Әлегә республикала 6 меңдән ашыу шундай контейнер ҡуйылған. Уны 2024 йылға тиклем 22 меңгә еткереү күҙаллана. Ведомствонан белдереүҙәренсә,был аҙанала оператив кәңәшмәлә яңғыраған күп ҡатлы йорттарҙа сүп торбаларын ябыу тәҡдиме лә ҡалдыҡты айырып йыйыуға күсеүгә бәйле.
Рәмилә Исмәғилева




