Был турала махсуслаштырылған эш төркөмө белдерә.
Махсус эш төркөмө Республика татарҙары конгресы ҡарамағында ойошторолған. Ул Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй һәм иҫәп алыу кампанияһы барышын ныҡлы күҙәтеп бара. Улар әйтеүенсә, мәғлүмәттәр республиканың төрлө төбәктәренән килә.
Күренеүенсә, иҫәп алыусылар ҡануни нормаларға таянып эшләй, хоҡуҡ боҙоуҙар юҡ. Кампания башланғандан алып йәмғеһе 20 шылтыратыу ҡабул ителгән. Кешеләр күп осраҡта үҙаллы теркәлеү үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһына. Паспорттағы адрес менән йәшәү урыны тап килмәгәндәр ҙә байтаҡ, улар халыҡ иҫәбен ҡайҙа үтергә мөмкин икәнен белешә.
Рәмзиә Кәримова







