Был аҙнала “Тамға” халыҡ-ара конкурсының финалы үтә. “Ижади ярыш традицион кейемде һаҡлау маҡсатында булдырылды”,- ти баһалама комиссияһы ағзаһы, “Мәргән уҡсы” хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин. Ул тәүге конкурста Гран-при яулағайны.
“Тамға” конкурсындағы эштәрҙе Башҡортостан һәм Рәсәй белгестәре баһалай. Ярыш барышын онлайн тәртиптә ҡарарға була. Ул Республика халыҡ ижады үҙәгенең YouTube каналында күрһәтелә.







