Ул 14 ноябрҙә башлана һәм бер аҙна дауам итә. Экодиктант тексы 25 һорауҙан тора. Унда 12 тема бирелгән. Улар араһында көнкүреш ҡалдыҡтары, ҡурсаулыҡтар, һыу, һауа, Байкал һәм Арктикаға арналғандары бар. “Акцияға мотлаҡ ҡушылам”, - ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Йәшелдәр” фирҡәһе рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова.
Былтыр акция көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү темаһына бағышланды. Экодиктант акцияһы махсус сайтта уҙғарыла. Сарала ҡатнашыусыларға электрон диплом һәр сертификаттар ебәрелә.







