Бөрө районында мобиль стоматология эш башланы

Күсмә станция тәүге туҡталышты Иҫке Петров ауылында яһаны.

Фото №1 - Бөрө районында мобиль стоматология эш башланы

Мобиль стоматология Республика Башлығы ҡушыуы буйынса килгән. Ул үткән аҙна аҙағында эш сәфәре менән Бөрө районында булып социаль объекттар эшмәкәрлеген тикшергәйне. Питяков ауылында асылған фельдшер-акушер пунктын ҡарағандан һуң ерле халыҡ ауылда стоматология хеҙмәтенә ихтыяждың ҙур булыуын да белдерҙе. Йәмәғәтселек менән осрашыуҙан һуң Республика башлығы төбәккә күсмә станция ебәреләсәген белдерҙе. Мобиль стоматология Стәрлетамаҡ районы ауылдарында медицина ярҙамы күрһәткәндән һуң килгән. Күсмә станция стационар кабинеттарҙан бер яғы менән дә айырылмай. Бында теште дауалау өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған, заманса ҡоролмалар ҡуйылған. Ҡабул итеү бушлай.

Әлмира Ғибәҙуллина, Иҫке Петров ауылы хакимиәте депутаты: «Халыҡтың үтенесенә яуап шулай тиҙ булыр тип уйламағайныҡ. Беҙ бик шатбыҙ. Күсмә станция эшләүе бигерәк тә өлкән быуын вәкилдәре, бәләкәй бала менән өйҙә ултырған йәш әсәләр өсөн уңайлы. Уларға ҡалаға йөрөүе, сиратта тороуы бик мәшәҡәтле».

Авторы: Рәмзиә Кәримова-Байбулатова

Волна
Акции БСТ