Нижегородкала үҫтерелгән 25 метрлыҡ ағастың ауырлығы яҡынса өс тонна булған. Шыршыны баш ҡаланың Ленин районы буйынса Граждандарҙы һаҡлау идаралығы белгестәре оҙатып килтергән. Уны урынлаштырыу өсөн күтәреү краны ҡулланылған. Конгресс-холл янында иһә пиксель шыршыны йыйыу тамамланды. Өфө хакимиәте етәкселеге 1 декабргә тиклем бөтә майҙандарҙы байрамса биҙәү бурысын ҡуйҙы.







