Радий Хәбиров “Башҡортостан сода компанияһы”ның кислород станцияһы ҡайтанан эшләй башлауы тураһында хәбәр итте. Республика Башлығы социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, республикала кислородҡа ихтыяж башҡаса булмаҫҡа тейеш. Октябрҙә госпиталдәрҙә ҡатмарлы хәл күҙәтелгән. Ауыр хәлдәге пациенттарға кислород етмәгән. Шуға яңы сығанаҡтар эҙләргә мәжбүр булғандар. “БСК тәүгеләрҙән булып беҙҙең үтенескә яуап бирҙе. Быға тиклем ябыҡ булған кислород станцияһы ҡайтанан эшләй башланы. “Сода” компанияһы етәкселегенә рәхмәт белдерәм”, - тип яҙа Радий Хәбиров.




