Башҡортостанда венгр ғалимының башҡорттарға арналған күргәҙмәһе күрһәтелә

Будапешта Венгрия этнография музейында этнограф, антрополог һәм фольклорсы Дьюла Месароштың үҙенсәлекле тупланмаһы һаҡлана. Ғалим XX быуат башында Волга буйы төбәктәрендә экспедиция барышында башҡорттар тормошон да өйрәнә. Коллекцияла 200-ҙән ашыу экспонат иҫәпләнә. Яҡын арала уны Өфөлә Милли музейға алып килеү мөмкинлеге ҡарала. Башҡортостан Күсемһеҙ мәҙәни милек объекттарын файҙаланыу һәм һаҡлау буйынса фәнни-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, венгрҙар менән осрашыу емешле булған.

Башҡортостанда венгр ғалимының башҡорттарға арналған күргәҙмәһе күрһәтелә
Фото №1 - Башҡортостанда венгр ғалимының башҡорттарға арналған күргәҙмәһе күрһәтелә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ