Уҙған тәүлектә республикала ковид диагнозы тағы ла 677 осраҡта иҫбатланған.
Бөгөн сирлеләрҙең 801-е госпиталдәрҙә дауалана, уларҙың 500-ө – 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 100 пациенттың 8-е тын юлдарын яһалма елләтеү апараттарына тоташтырылған. Тағы ла 7 268 сирле вирусҡа ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 675 кеше һауығып сыҡҡан, 34 үлем осрағы теркәлгән.
Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Коллектив иммунитетҡа ирешеү өсөн төбәктә 2 484 667 кешегә прививка яһау күҙаллана. Бөгөнгә Башҡортостанда 1-се компонентты 1 778 521 кеше эшләткән, ошо иҫәптән 1 481 714 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.
Тәүлек эсендә генә медицина учреждениеларына сирҙән һаҡланыу сараһын күреү өсөн 20 995 кеше мөрәжәғәт иткән. Республикаға барлығы 2 287 558 доза вакцина килтерелгән.




