Роспотребнадзор ҡушыуы буйынса сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн мотлаҡ вакциналау индерелде

Тәү сиратта, яңы талаптар энергетика, төҙөлөш предприятиелары, агросәнәғәт комплексы һәм эшкәртеүсе компанияларға ҡағыла. Билдәләнгән ваҡытҡа ярашлы, коронавирусҡа ҡаршы прививканың икенсе дозаһы 30 декабргә тиклем ҡаҙатылырға тейеш. Ҡарар үтәлмәгән осраҡта, вазифалы һәм юридик шәхестәр административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.

 Һуңғы биш аҙнала республикала хеҙмәт йәшендәге граждандар араһында коронавирус менән сирләүселәр күрһәткесе тотороҡло юғары кимәлдә һаҡлана. Шуға күрә айырым категория граждандарҙы мотлаҡ вакциналау буйынса ҡарарға үҙгәрештәр индерергә тура килде.

Галина Пермина, Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы
Фото №1 - Роспотребнадзор ҡушыуы буйынса сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн мотлаҡ вакциналау индерелде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ