Сир-сырхауға иң көслө кәртә – иммунитет

 Иммун системаһының ҡаҡшауы бар ауырыуҙарға ла юл аса. Уны нығытыу юлдары, дефицит булған осраҡта ниндәй сиргә килтереүе, эҙемтәләрен дауалау алымдары Өфөлә үткән ғилми-ғәмәли конференцияла өйрәнелде.

Баш ҡала белгестәре Мәскәү ғалимдары менән берлектә балаларҙың иммун системаһы дефицитын диагностикалауҙа көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе, сара ҡунаҡтары республиканың балалар клиник дауаханаһы эшмәкәрлеге менән танышты.

Дауахана эсендә мәктәп. Уҡыусылар ҙа ябай түгел. Парта артында иммун системаһы ҡаҡшап дауаханаға эләккән балалар. Диагноздар төрлө ,әммә маҡсат бер-һауығып сығыу. Шуға күрә ҡараштар ҙа алға уҡталған. Тимәк, белем алыуҙы ла туҡтатыу юҡ.

Башҡортостан тотош илдә эш башлаған. «Уҡыйбыҙ, беләбеҙ» проектына ҡушылды. Уға ярашлы, дауахана сиктәрендә Рәсәйҙә 45-се булып махсус мәктәп барлыҡҡа килде. Ата-әсәләргә лә хәҙер балаһының өлгәше өсөн ҡайғыраһы түгел. Мәктәптә алған белем менән дәүләт имтихандары ла үтергә мөмкин.

Мәктәп сирләгән балаларҙы аяҡҡа баҫтырыуға йүнәлтелгән эштең бер өлөшө генә. Республиканың балалар клиник дауаханаһы иммунология өлкәһендә алға киткән медицина учреждениеларының береһе. Тотош ил белгестәре йыйылып фекер алышыу урыны итеп Өфөнөң һайланыуы ла быға асыҡ дәлил.

Иммунитеттың мөһимлеге тураһында һөйләп тораһы ла түгелдер. Был өлкә үҙенә инфекция, онкология, онкогемотология һәм башҡа бик күп йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Беҙҙең маҡсат ошо ауырыуҙарҙан үлемесле осраҡтарҙы кәметеү һәм федераль үҙәк  менән төбәк медицинаһы ҡеүәтен  берләштереү.

Андрей Продеус, Мәскәү өлкәһенең һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш балалар аллерголог-иммунологы

Республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе был йүнәлештә тағы ла яңы кимәлгә сығасаҡ. Баш ҡалала балалар онкологияһы һәм гемотология үҙәге төҙөлә. Иммунология өсөн дә 10 урын ҡаралған. Тимәк, кескәй пациенттарҙы тикшереү өсөн Мәскәүгә йөрөтөү кәрәкмәйәсәк. Иммун системаһы боҙолған осраҡта һәр минуттың дә хәл итке булыуы ихтимал.

Фото №1 - Сир-сырхауға иң көслө кәртә – иммунитет

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ