«Янғантау» һәм «Торатау» геопарктарын үҫтереүгә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә

Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған Попечителдәр советы ултырышында белдерелде. Финанс ярҙамды тарихи-мәҙәни, этнография һәм музей комлекстарын төҙөү, инфраструктура тыуҙырыу өсөн тотоноу ҡаралған. Бынан тыш, эшҡыуарҙарҙарға ла матди яҡтан булышлыҡ күрһәтеү күҙаллана. Башҡарылған эштәр, төп бурыстар һәм  көнүҙәк проблемалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ҡарағай еҫе аңҡып торған ағас йорттар әлегә әҙер түгел, әммә төп төҙөлөш эштәре тамамланған. Туристар өсөн иҫәпләнгән өйҙәрҙе Ғүмәр ауылы кешеләре төҙөй. Проектҡа йәмғеһе 7 ғаилә берләшкән, улар ҡунаҡ йортонан тыш туристарҙы милли кәсептәребеҙ, аш-һыуҙарыбыҙ менән таныштырырға ла ниәтләй. Йәғни, берәүҙәр йылҡысылыҡ, икенсеһе баҡсасылыҡ, өсөнсөһө шифалы үләндәр йыйыу менән шөғөлләнә, башҡа йүнәлештәр ҙә үҙләштерелә.

Гөлдәр Хисамова, Ғүмәр ауылында йәшәүсе, «Бужа» ауыл хужалығы кооперативы рәйесе

«Торатау»ға туристар күп килә, сит илдәрҙән, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән  килеп бер аҙнаға, ун көнгә туҡталғандар ҙа бар. Геопарк төҙөү менән ҡунаҡтар ағымы тағы ла артыр тип көтөлә, шуға күрә  ошо йорттарҙы төҙөп шарттар тыуҙырырға булдыҡ. Әлегә 7 кеше төҙөлөштө үҙ иҫәбебеҙгә алып барабыҙ. Был ҡунаҡ йорттарында йыл әйләнәһенә йәшәргә мөмкин.

Республика башлығы уҙғарған Попечителдәр советы ултырышында билдәләнеүенсә, туризмды үҫтереү менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарҙарға ярҙам мөмкинлектәре ҡарала. «Торатау» итәгендә йорттарҙан тыш тирмәләр ҙә ҡуйылған, бында мәғлүмәт үҙәге лә эшләй.

Шулай уҡ әлеге ваҡытта тауға менеү өсөн баҫҡыстың проекты әҙерләнә, уның оҙонлоғо 1 километр 500 метр тирәһе, сафҡа индереү 80 миллион һумға барып баҫа. Объектты тәбиғәткә зыян килтермәй генә эшләү ҡаралған, сөнки тау биләмәһендә «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән тереклек күп. Бынан тыш, белешмәләр ҡуйылған башҡа һуҡмаҡтар ҙа була. 

«Торатау» геопаркы әлеге көндә «Юнеско»ның глобаль селтәренә инеү өсөн көрәшһә, «Янғантау» геопаркы абруйлы статусты үткән йылда алған. Хужалар әйтеүенсә, былтыр туристар ағымы алдағы йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға артҡан.

2025 йылға тиклем «Янғантау» геопаркында  18 объект барлыҡҡа килергә тейеш, уларҙың күбеһе шәхси инвесторҙар иҫәбенә. Әлеге ваҡытта күләмле өс проект тормошҡа ашырыла. Төҙөлөш эштәре киләһе йәй башланырға тейеш.

Геопарктың төп инвесторы булып «Янғантау» шифаханаһы тора, әммә хужалар башҡа эшҡыуарҙарҙы ла көтә. Сөнки был биләмәлә төрлө йүнәлештә эшләү өсөн киң мөмкинлектәр бар. Дәүләт яғынан да ярҙам күрһәтелә.  Башҡортостанда Торатау һәм Янғантау геопарктарын үҫтереүгә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү ҡаралған.

Фото №1 - «Янғантау» һәм «Торатау» геопарктарын үҫтереүгә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ