Киләһе йыл Белорет районының Тирлән ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асыласаҡ

 Уны төҙөү эштәре яҙ башлана. Әле эшселәр буласаҡ бинаның беренсе ҡатын күтәрә.

Адреслы инвестиция программаһы буйынса төҙөлгән үҙәктең дөйөм майҙаны 3 мең квадрат метр тәшкил итә. Ул 300 урынға иҫәпләнгән мәҙәниәт йортон, китапхананы, музыка мәктәбен һәм ауыл биләмәһе хакимиәтен берләштерә.

Быға тиклем Мәҙәниәт усағы 20-се быуат башында төҙөлгән ағас йортта урынлашҡан була. Бина 2008 йылда авария хәлендә тип танылғандан һуң ябыла. Яңы социаль-мәҙәни үҙәкте төҙөүгә 181 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Объектты киләһе йылдың октябрендә файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.

Фото №1 - Киләһе йыл Белорет районының Тирлән ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асыласаҡ
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ