Башҡортостандың профсоюз хеҙмәткәрҙәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

Өфөлә уҙғарылған тантаналы сара сиктәрендә берләшмә активистары тәбрикләнде. Киләһе йыл төбәктең Профсоюз Федерацияһы ойошторолоуға 100 йыл тула. Совет ултырышында күләмле датаға әҙерлек барышы менән таныштырҙылар.

 Шулай уҡ эшлекле осрашыуҙа яңы мөхәрриәттә сыҡҡан ойошма Уставы ҡаралды, хеҙмәт шарттары һәм һағы өлкәһендә контролде көсәйтеү буйынса һорауҙар күтәрелде. Сара аҙағында Башҡортостан йәмәғәт ойошмаһы  Луганск халыҡ республикаһының профсоюздар федерацияһы менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында ике яҡлы килешеү ҙә төҙөнө.

Өфөләге Профсоюздар йортонда «Сәләмәт бул!» кабинеты тулы ҡеүәттә эш башланы. Күләмле проект Төбәктең граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү Фонды ярҙамы менән  Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған.

Бер этапҡа ярашлы, мартта физиопроцедуралар үтеүгә махсус ҡорамалдар, массаж креслолар ҡуйылһа, хәҙер тренажер комплекстар менән йыһазландарылған спорт залы ла асылды. Бында профсоюз хеҙмәткәрҙәре бушлай реабилитация үтә ала. «Сәләмәт бул» кабинеттарын башҡа район-ҡалаларҙа ла ойоштороу планлаштырыла.

Фото №1 - Башҡортостандың профсоюз хеҙмәткәрҙәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ