Шаран районында 330 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ойошмаһы теркәлгән. Ауыл хужалығы, сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә эшҡыуарлыҡтың үҫеше күҙәтелә. Унан килә йүнселдәр сәнәғәт һәм эшкәртеү производствоһы, транспорт, бәйләнеш, төҙөлөш һәм башҡа тармаҡ буйынса эш алып бара.
Былтыр эшҡыуарҙарға 4 миллион 517 мең һум күләмендә субсидия бүленгән. Был аҡса күберәк ҡорамалдар һатып алыу, лизинг өсөн тотонолған. Конкурста еңеүсе һәр эшҡыуар биш йөҙ мең һумға тиклем ярҙам алған. Быйыл бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр өсөн конкурс иғлан ителә. Ошо маҡсатта муниципаль программала бөтәһе 2 миллион 411 мең һум аҡса ҡаралған.




