Бөгөн Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө билдәләнә

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса донъяла 130 миллионға яҡын кеше күреү һәләтенән мәхрүм. Алдағы  бер  нисә  йылда ундайҙар һаны  ике  тапҡырға  артыуы  мөмкин, тип фаразлай  эксперттар.  Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы етәксеһе Айгөл Әминева әйтеүенсә, күреү һәләтенән мәхрүмдәр өсөн төрлө саралар ойошторола, программалар ҡабул ителә. Мөмкинлектәре  сикләнгәндәр араһында  һәләтле  кешеләр    байтаҡ,  әммә  уларҙы  йәмғиәткә  ылыҡтырыу  еңел түгел, ти ул.

Бөгөн Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө билдәләнә

Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө 18-се быуатта Парижда һәм Санкт-Петербургта  күреү һәләте насар булғандар өсөн бер-нисә мәктәп һәм предприятие асҡан  педагог  Валентин Гаюи хөрмәтенә  булдырылған.  Ул  тап  13 ноябрҙә  тыуған.

Фото №1 - Бөгөн Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө билдәләнә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ