Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Алкин шифаханаһы ауылында булды. Унда яңы мәктәп кәрәк. Микрорайонда 539 бала йәшәй, 81 уҡыусы Алкин-2 ауылына йөрөп уҡый. Шуға Алкин шифаханаһы ауылында яңы мәктәп төҙөү планлаштырыла. Ул 375 балаға иҫәпләнә, сығымдар 290 миллион һум була. Республика башлығы бөтә тәҡдимдәрҙе әҙерләргә ҡушты, эшлекле кәңәшмәләрҙең береһендә төҙөлөш буйынса аныҡ ҡарар ҡабул ителәсәк.







