Биләмә 200 гектар майҙанда урынлашҡан. Төҙөлөш эштәре
барышы менән бөгөн Башҡортостан башлығы яҡындан танышты.
Алкин-2 ҡаласығы янындағы хәрби часть биләмәһендә
төҙөлөш эштәре ҡайнай. Элекке һалдат казармаларында «Авангард» хәрби-патриотик
тәрбиә уҡытыу-методика үҙәге урынлашасаҡ. Объект сафҡа индерелгәс тә мәктәп тамамлаусы үҫмерҙәр өсөн унда хәрби
йыйындар үтәсәк.
Бында республиканың барлыҡ 10 синыф уҡыусылары 5
көнлөк хәрби-күнекмә йыйындарында ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, «Авангард», хәрби-патриотик
сменалар үткәреүгә тәғәйенләнгән. Был осраҡта йәш буйынса бөтөнләй сикләү юҡ. 8
синыфтан алып балаларҙы йәлеп итергә теләйбеҙ. Улар профилле сменаларҙа йыл
дауамында шөғөлләнәсәк. Әлегә Төҙөлөш һәм төҙөкләндереү эштәрен башҡарыуға
республика бюджетынан 270 миллион самаһы аҡса бүленгән. Беҙ эргәһендә баҫып
торған бинала балаларҙы уҡытыу ҡаралған һәм ошонда уҡ уларҙың йәшәү урындары буласаҡ. Улар өсөн шулай уҡ
айырым бинала ашхана эшләйәсәк.
Айбулат Хажин, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры
«Авангард» хәрби-патриотик тәрбиә уҡытыу-методика
үҙәге «Патриот» паркы составында урынлашҡан. Ә парктың бурысы тәрбиә эштәре
мәнән генә сикләнмәй. Маҡсат шанлы тарихыбыҙҙы хөрмәтләү, ҡораллы көстәрҙең
халыҡ араһында абруйын күтәреү.
«Патриот» паркына оҡшаш парк Башҡортостанда башҡа юҡ.
Бында бер нисә үҙенсәлекле объект урынлашасаҡ. Шулар иҫәбендә хәрби техника
музейы, тарихи-мемориаль комплекс, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы
партизандарҙың көнкүрешен сағылдырған «Партизан ауылы», физкультура һауыҡтырыу
комплекстары, шулай уҡ «Авангард уҡытыу-методика үҙәге бар.
Яна Гайдук, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе
Сәфәр барышында Башҡортостан башлығы «Патриот»
паркында башҡарылған эштәр менән яҡындан танышты. Әлегә күнекмәләр плацы,
автомобиль туҡталҡаһы әҙер. Партизан ауылында төҙөлөш эштәре бара. «Авангард» хәрби-патриотик тәрбиә уҡытыу-методика үҙәге
корпусының стена, иҙән һәм түшәмдәре яңыртыла, ҡыйығы алмаштырыла.
Думали, что в декабре примем первых курсантов, но пока
не получается. Исследования главного здания, где будут располагаться казармы
юнармейцев, показали, что крыша находится в аварийном состоянии. Будем ее
полностью менять, наряду с ремонтными работами внутри здания. В июне 2021 года
первые ребята здесь уже будут проходить военные сборы. К этому времени будет
готов учебный и казарменный корпус.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы
Дөйөм алғанда, «Патриот» паркында төҙөлөш эштәре бер
нисә сираттан тора. Проектта хатта хәрби йыйын үткән үҫмерҙәрҙең янына килгән
ата-әсәләр өсөн дә уңайлыҡтар хәстәрләнгән. Объект биләмәһендә быуа эшләү һәм
кафе асыу ҙа ҡарала. Илһөйәрҙәр паркы тулы ҡеүәтенә 2024 йылда эш башларға
тейеш.