Юл патруль хеҙмәте күләмле рейдҡа сыҡты

Иҫеректәргә һунар. Юл патруль хеҙмәте күләмле рейдҡа сыҡты. Сөнки аҙна аҙағында руль артына эскән килеш ултырыусылар бермә-бер арта.

Беренсегә түгел, ә һаман да тәүбәһенә килмәгән. Күрәһең ханым тәүге тапҡыр тотолғанда  еңел ҡотолған. Әммә был юлы язанан ҡасып булмаясаҡ. Алкотестер байрамдың күңелле үткәнен күрһәтә. Ахыры ғына күңелһеҙ тамамланды. Барыһы ла кәйеф ҡороп алырға теләгән ирем арҡаһында, ти ханым. Йыраҡ түгел бит, машинала ҡайтайыҡ тип ул ҡотортҡан.

Алкостестерҙы алдарға маташыуы ла ҡатындың руль артына эскән килеш тәүгә ултырмауын иҫбатлай. Ләкин хәҙер закондар үҙәгәрҙе. Көпшәгә өрөргә баш тартһаң, медицина тикшереүе тәҡдим итәләр. Уныһын да иңҡар итһәң барыбер таныҡһыҙ ҡалаһың.

Автомобилдә елдерергә яратҡан Белорет егетенә лә бик оҙаҡ ҡына йәйәү йөрөргә тура киләсәк. Үҙенең 12-се моделендә юл инспектораҙарынан ҡасып ҡотола алманы. Баҡтиһәң ул да быға эсеп тотолған булған. Икенсе тапҡыр эләккән өсөн яза ҡаты. Иректән дә мәхрүм итеүҙәре бар.

Төнгө рейдтар республиканың бар райондарында ла үтте. Инспекторҙар  ике мең ярымдан ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусына асыҡлаған. Шул иҫәптән 45 водитель эскән килеш руль артына ултырып тотолған. Уларҙың күптәре өсөн был енәйәткә тиң ҡылыҡ беренсегә түгел.

Фото №1 - Юл патруль хеҙмәте күләмле рейдҡа сыҡты

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ