Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, юғары күрһәткестәргә шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Чечен Республикаһы һәм Төньяҡ Кавказдың башҡа төбәктәре өлгәшкән. Башҡортостанға килгәндә, ил өсөн мөһим кампания ойошҡанлы бара.
Ишембай районында ғына 85 меңдән ашыу кеше анкета һорауҙарына яуап биреп, әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәткән. Ишәй, Урман-Бишҡаҙаҡ, Байғужа, Маҡар, Көҙән ауылы биләмәләрендә халыҡ иҫәбен алыу тулыһынса тамамланған. Әлегә документтар тикшерелә, контроль саралар уҙғарыла. Башҡа участкалар ҙа эште теүәлләү алдында.
Гөлназ Хәйбуллина







