Хәбәрһеҙ юғалғандар исемлеге берәүгә кәмене

Эҙәрмәндәр 76 йыл үткәндән һуң яу яланында хәбәрһеҙ юғалған яҡташыбыҙ Иҙрис Кәримовтың һуңғы төйәген тапҡан. Бөгөн яугирҙың ейәнсәре Әнисә Мәжитова олатаһының ҡәберенә юлланды.

Күгәрсен районынан Иҙрис Кәримов фронтҡа Бөйөк Ватан һуғышы башланғас уҡ, 1941 йылда алына. Ә бер йыл үткәс уның туғандарына хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡағыҙ килә. Һалдаттың һөйәктәрен былтыр көҙ эҙәрмәндәр Смоленск ҡалаһы янындағы туғандар ҡәберлегендә таба, уның исем-шәрифе шәхси әйберҙәре һәм значогы буйынса асыҡлана. Иҙрис Кәримовты туғандары, яҡындары шаян, йор һүҙле, йыр-моңға әүәҫ кеше булараҡ хәтерләй. Яугирҙың ейәнсәре Әнисә Мәжитова әйтеүенсә, атаһы һуғышҡа алынғанда бер айлыҡ ҡына булып ҡалған әсәһе ғүмер буйы ҡәҙерле кешеһенең ҡайҙа ерләнгәнен белергә теләй. Тик оло йәштәге ханымды был хәбәрҙе ишетеү менән инсульт һуға. Яугирҙың һөйәктәрен тыуған яғына ҡайтарыу мөмкинлеге юҡ, күп финанс сығымдар талап ителә. Шуға күрә Әнисә Мәжитова олатаһының ҡәберенә тыуған яғының тупрағын алып барырға, һуңғы төйәген күрергә хәл иткән. Смоленскийға тиклем билет алырға Күгәрсен районы хакимиәте ярҙам иткән. Эҙәрмәндәргә бүләккә ҡурай һәм башҡа бүләктәр ҙә әҙерләгән. Улар беҙҙең ғаиләгә ғүмер буйы көткән хәбәрҙе еткерҙе, ти Әнисә ханым.

Авторы: Рәмзиә Кәримова-Байбулатова