Конкурстың Гала-концерты «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Бейеүселәр араһында иң- иңдәре һәм иң яҡшы бейеү ҡуйыусы номинацияһы еңеүсеһе билдәләнде. Ансамблдәр араһында Гран-приҙы Учалынан «Ләйсән», Сорғот, Стәрлетамаҡ, ҡалалары һәм Шамонин ауылынан «Дарман» ансамбле бүлеште.
Быйыл хореографтар яңы бейеү ҡуйыу буйынса ярышты. 100 мең һумлыҡ призға кем эйә булды? БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева белә.
Оло йәштәгеләр сарыҡ кейә, ә йәшерәктәр ҡата кейеп бейей. Учалы районы Ҡунаҡбай ауылы ансамблендә иң йәшенә 38, иң олоһона 82 йәш! Улар сәхнәлә тула баҫыуҙы күрһәтә. Коллектив бер нисә минутлыҡ бейеүҙә боронғо эште тулыһынса асып һала.
Учалы районынан Мөхәмәтовтар иһә ғаилә менән ҡатнаша. Тимербайҙың уландары бейеүен улар биш улы менән башҡара. Ғаилә башлығы малсылыҡ менән шөғөлләнә, Гөлсәсәк – хужабикә.
Байыҡ бейеү телевизион конкурсының географияһы Башҡортостан менән генә сикләнмәй. Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһынан, Санкт- Петербург, Сорғоттан да килгәндәр. Ижади төркөм ағзалары төрлө һөнәр эйәләре. Әммә уларҙы халҡыбыҙҙың рухи ҡимммәттәренә һөйөү берләштерә.
Һәр ижади коллективтың кейемдәре, бейеүҙәре бер-береһенән айырылып тора. Быйыл 14-се тапҡыр үткәрелеүсе конкурс та үткәнде ҡабатламай, сөнки яңы бейеүҙәр күп.
Хәлил Ишбирҙин иң яҡшы бейеү ҡуйыусылар араһында 100 мең һумлыҡ призға лайыҡ булды. Еңеүселәрҙең бөтәһенә лә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Гала-концертты тамашасылар Башҡортостан юлдаш телеканалында киләһе йылдың 1 ғинуарында күрә ала.
Рәмилә Исмәғилева




