Күп бала тәрбиәләнгән ғаиләгә ярҙам кәрәк

Иглин районы Һарт-Лабау ауылында йәшәүсе Таһировтарҙың йорто янып бер нимәһеҙ урамда тороп ҡала. Ҡышҡа тиклем улар яңы йорт һалып сығырға ниәтләй. Бөгөн ҡыйығын күтәрергә генә ҡалған. Әммә, төҙөлөш материалдарына аҡса юҡ. Ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж.

Әлмира Таһирова ҡыҙы Алина менән дәресте тик ошо рәүешле генә әҙерләргә мәжбүр. Өҫтәл булмағанлыҡтан. Өс ай элек ғаиләнең йорттары янып китеү сәбәпле, бер нимәһеҙ урамда тороп ҡала. Бөгөн улар ваҡытлыса туғандарының торлағында торорға мәжбүр.

Янғын балаларҙың ут менән һаҡһыҙ шаярыуынан килеп сығыуы билдәләнгән. Ул саҡта ғаилә ағзалары эштә, кемеһелер баҡса ҡараған була. Ҡышҡа тиклем ғаилә йорт һалып инергә ниәтләй. Әммә, төҙөлөш материалдарына аҡса етмәүгә бәйле эш туҡтап ҡалған.

Сығымдар ҙа күберәк өҫ-баштарын бөтәйтеүгә тотонолған. Ғаилә бөгөн битараф булмаусылар ярҙамына мохтаж. Мәрхәмәтлек күрһәтергә теләүселәр түбәндәге телефон аша мөрәжәғәт итә ала.

8 965 930 97 45 ӘЛМИРА ТАҺИРОВА

Фото №1 - Күп бала тәрбиәләнгән ғаиләгә ярҙам кәрәк

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ