Бөгөн Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы көнө билдәләнә

Был дата Рәсәйҙә 1992 йылда булдырылды. Йыл һайын 15 ноябрҙә билдәләнеп килә. Законға ярашлы, Рәсәй армияһына мотлаҡ саҡырыуға ярашлы 18-ҙән 27 йәшкәсә егеттәр алына. Тәтешле һәм Балтас райондары буйынса хәрби комиссар Ансар Арыҫланов, егеттәр ҡораллы көстәргә теләп бара, тип белдерҙе.

Бөгөн Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы көнө билдәләнә

1 октябрҙән 31 декабргә тиклем армияға көҙгө саҡырылыш бара. Ошо осорҙа Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә 4 меңдән ашыу егет алына.

Фото №1 - Бөгөн Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы көнө билдәләнә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ