Башҡортостан спортсылары кикбоксинг буйынса Европа беренселегендә 5 миҙал яуланы. Турнир Черногорияла уҙҙы. Унда беҙҙең республиканан 10 йәш көрәшсе ҡатнашҡан. Арсен Исмәғилев, Данил Панов, Артур Тажетдинов, Карина Йосопова чемпион исеменә лайыҡ булған, Светлана Щербина бронза миҙал алған. Еңеүселәр һәм призерҙар милли команда составында донъя беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.




