Уның береһе – Туймазыла, икенсеһе – Сибай ҡалаһында һалына. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Премьер-министр Андрей Назаров декабрҙә төҙөлөш башланыуы тураһында белдерҙе. Эштәр ике айға иҫәпләнгән, тине ул.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөлөштө ҡыҫҡа ваҡытта тамамларға ҡушты. Ковид-госпиталдәр һалыу буйынса тәжрибәне башҡа өлкәләрҙә лә ҡулланылыуы тураһында белдерҙе.
Әлегә тиклем инфекция дауаханалары Өфөнөң Зубов ауылында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында сафҡа төҙөлдө.




