2024 йылда Башҡортостанда Беренсе Бөтә донъя балалар фольклориадаһы үтә. Фестивалде асыу көнө лә билдәле. Был турала бөгөн Республика йортонда уҙған оператив кәңәшмәлә белдерҙеләр. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова:
Радий Хәбиров бөгөндән үк балалар фольклориадаһына әҙерләк башларға кәрәклеге хаҡында белдерҙе.
Быйыл республикала алтынсы Бөтә донъя фольклориадаһы үтте. Унда 40-ҡа яҡын илдән коллективтар ҡатнашты. Улар бер аҙна дауамында Өфөлә, шулай уҡ башҡа ҡала һәм райондарҙа сығыш яһаны.







