Уларҙа коронавирус арҡаһында ҡабул ителгән талаптар үтәлмәгән. Республика ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, Ишембай ҡалаһында "Палуба" үҙәге 20 тәүлек буйы ябыҡ була. Бөрөләге "Шатлыҡ" йорто бер айға, Стәрлетамаҡта "Вокзал" комплексы бер аҙнаға, Баймаҡтағы "Грант" сауҙа үҙәге 3 тәүлеккә ябылды. Бында санитар талаптар, битлек режимы үтәмәлмәүе асыҡланған.







