Радий Хәбиров республиканан Дәүләт Думаһына һайланған яңы состав менән осрашып, улар алдында төбәктең, һайлаусыларының мәнфәғәттәрен яҡлау, халыҡҡа хеҙмәт итеү бурысын ҡуйҙы.
«Башҡортостандан һайланған һәр депутат милли проектты һәм федераль дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу өсөн яуап бирә. Бынан тыш, республиканы теге йәки был проектҡа пилот төбәк булараҡ тәҡдим итеп йәки Башҡортостанда башҡарылған эштәр менән таныштырып та ярҙам итергә мөмкин. Сөнки әле конкурентлыҡ заманы, һәр инициатива уңышлы һөҙөмтәгә килтерергә мөмкин. Үҙегеҙҙе лайыҡлы тотоғоҙ, башҡорт фракцияһы икәнегеҙҙе онотмағыҙ, республикаға хеҙмәт итегеҙ, файҙа килтерегеҙ», – тине Радий Хәбиров.
Һуңғы өс йылда дөйөм тырышлыҡ менән 277 миллиард һумдан ашыу федераль аҡса йәлеп ителгән. Артабан да оло маҡсаттар тора. Киләһе йылға дәүләт программаларында һәм милли проекттарҙа ҡатнашыу өсөн 55 ғариза бирелгән, дөйөм сумма 30 миллиард һумдан ашыу.
Республика башлығы белдереүенсә, уларҙың үтәлешендә Дәүләт Думаһы депутаттарының да ярҙамы талап ителә. Радий Хәбиров яңы составҡа һайлаусылар менән бәйләнеште өҙмәҫкә, онлайн форматта барған республика кәңәшмәләрендә ҡатнашырға, Мәскәүҙәге вәкиллектең мөмкинлектәрен киңерәк файҙаланырға ла ҡушты. Депутаттар әйтеүенсә, аныҡ эш планы билдәләнгән. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай, министрлыҡ-ведомстволар менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырыла, һәр береһе үҙ йүнәлешендә эш башлай.
Рәмзиә Кәримова





