Рәсәйҙең 5 төбәгендә пилот проект булараҡ ойошторолған дәүләт хеҙмәттәре граждандарға пособие юллауҙы еңелләштерә. Ғариза тапшырыусылар сиратта тормайынса документтар мәсьәләһен бер көн эсендә хәл итә ала. Бөрө ҡалаһынан БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһы.
Дүрт бала тәрбиәләүсе Зилә Булатова коммуналь хеҙмәттәр өсөн ташламаларҙы һәм балалар пособиеһын юллау өсөн сират тороп, тиҫтәләгән документ йөрөтөп күнеккән. Башҡортостанда тәүге тапҡыр ойошторолған пилот проект ярҙамында күп балалы әсә социаль хеҙмәттәргә бер ғариза тапшырып тиҙ арала дәүләт түләүҙәрен алған. Документтарҙы туплау менән ҡатмарлыҡтарҙы урап үтеп ул бер юлы өс ғаризаға ҡул ҡуйған.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағында ойошторолған программа буйынса балаларҙы тәрбиәләүгә бәйле хеҙмәттәр менән файҙаланырға мөмкин. Ата-әсәләрҙең мәшәҡәттәр менән тулы көндәлеген иҫәпкә алып төҙөлгән программа төбәктә меңәрләгән кешегә социаль хеҙмәттәрҙе юллауҙы еңелләштерҙе.
Әлегә яңы программа республика буйынса алты биләмәлә үҙ көсөнә эйә. Бөрө ҡалаһы, Асҡын, Ҡариҙел, Борай, Мишкә һәм Иҫке Балтас ауылдарында ойошторолған социаль ярҙам дәүләт хеҙмәттәре йүнәлешендэге эшмәкәрлекте яңы кимәлгә сығарырға булышлыҡ итә.
Төбәктә был пилот проект 1 ноябрҙән алып ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы урындағы халыҡҡа социаль ярҙам алыу өсөн бер нисә ғариза урынына бер генә документ тапшырыу талап ителә. төрлө категориялы граждандарҙың көндәлеген еңелләштереү өсөн ҡаралған хеҙмәттәр республикала киләһе йыл аҙағына тиклем ойоштороласаҡ тип көтөлә.
Флорида Ким







