Иҫкә алыу сараһында республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм полиция генерал-майоры Александр Бурдо ҡатнашты.
Артур Әхмәтханов ғүмеренең һуңғы көндәрендә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһында эшләгәйне. Хәрби 2-се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орден-миҙалы һәм Салауат Юлаев орденына лайыҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы Артур Әхмәтханов 2019 йылда оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат булғайны.







