Рәсәй Президенты Влатдимир Путин Дәүләт советы президиумы составын раҫланы

 Унда Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтан тыш, Төньяҡ Осетия – Алания, Алтай республикалары, Камчатка крайы, Ямал-Ненец автономия округы, Әстрәхан, Ленинград, Калуга һәм Ҡурған өлкәләре етәкселәре инде.

Ҡарарға ярашлы, Дәүләт советы президиумы составын Президент үҙе раҫлай һәм ул ярты йылға бер тапҡыр яңыртыла. Президиум Дәүләт советы ултырышында ҡатнаша, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың бойомға ашырыуына анализ яһай.

Фото №1 - Рәсәй Президенты Влатдимир Путин Дәүләт советы президиумы составын раҫланы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ