Экспонаттарҙа команда тарихы. Республика Милли музейында «Салауат Юлаев» хоккей клубының 60 йыллыҡ юбилейына арналған күргәҙмә асылды. Вымпел, төрлө йылдарҙағы уйын формаһы, награда һәм ваҡыт үтеү менән уңып бөткән билеттар. Уларҙың күбеһен башҡорт клубы тарихын өйрәнеү менән шөғөлләнгән Ришат Миһранов тәҡдим иткән.
Күргәҙмәне асыу сараһында команда етәкселеге менән юлаевсылар ғына түгел, хоккей мәктәбе тренерҙары һәм тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты. Уникаль экспонаттар менән көйәрмәндәр ҙә таныша аласаҡ, һуңғараҡ күргәҙмә Өфө аренаһына күсереләсәк.
Күргәҙмә менән танышҡандан һуң, «Салауат Юлаев» командаһы күсмә уйындарға юлланды. Иртәгә улар Түбәнге Новгородтан «Торпедо» командаһы менән көс һынаша. Ярыштың тура эфирын беҙҙең телеканалда төнгө сәғәт 9 тула 10 минутта ҡарағыҙ.
Әлбиттә, карантин арҡаһында әҙерлек өсөн ваҡыт күп булманы. Ләкин өс көн дауамында команда менән тренировкалар үтте, уйындарға беҙ әҙер.
Әлфинә Килдейәрова




