Андрей Назаров медицина кадрҙары менән тәьмин итеү мәсьәләһен айырым иғтибарға алырға ҡушты

Хөкүмәт ултырышында “Сәләмәтлек” милли проекты үтәлеше ҡаралды. Вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, тармаҡта кадрҙар мәсьәләһе әкренләп хәл ителә. “Ауыл табибы” программаһы буйынса бөгөнгә 30 табипҡа 1 миллион ярым һум, 7 шәфҡәт туташына 750-әр мең һум түләнгән. Яҡын арала тағы 14 табип грант ала. Бынан тыш, “Ауыл фельдшеры” программаһына ярашлы, 61 медицина белгесенә 500 мең һум тапшырыла. 

Фото №1 - Андрей Назаров медицина кадрҙары менән тәьмин итеү мәсьәләһен айырым иғтибарға алырға ҡушты
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ