Башҡортостанда 1 декабрҙән вакциналау сертификаты булмағандар ҡунаҡханаға урынлаша алмай

Коронавирус таралыуын сикләү буйынса оператив штаб ултырышында Республика Башлығы Радий Хәбиров шундай ҡарар ҡабул итте. Ҡышҡы миҙгелдә Башҡортостандың тау саңғыһы комплекстары Рәсәй туристары араһында популяр. Шуға республиканың баш санитар табибы Анна Казак ҡунаҡхана йәки отелдәрҙә йәшәү өсөн дә вакциналау сертификаты һәм медицина белешмәһе талабын индерергә тәҡдим итте. Радий Хәбиров “Юғары әҙерлек” тәртибе указына тейешле үҙгәреш индерергә ҡушты.

Фото №1 - Башҡортостанда 1 декабрҙән вакциналау сертификаты булмағандар ҡунаҡханаға урынлаша алмай
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ