Быйыл 1 меңдән ашыу байрам ҡаласығы булдырыла. Улар майҙандар, ихаталар һәм яр буйҙарында ойошторола. Өлкәндәр һәм балалар өсөн 800-гә яҡын һырғалаҡ һәм бер мең самаһы тау өйөлә. Майҙандарҙы тере һәм яһалма шыршылар менән биҙәү ҡарала. Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев һөйләй.
“1 декабрҙә бөтә район һәм ҡалаларҙа Яңы йыл ҡаласыҡтары асыҡ булырға тейеш”, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы “Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы” тигән конкурс ойоштора. Быйыл еңеүселәр 5 номинация буйынса билдәләнә. Ҡатнашыусыларҙан ғаризалар декабрь башында ҡабул ителә башлай.







