Башҡортостан телевидениеһында ҙур марафон ойошторола

 Был аҙнала Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тыуған көнөн билдәләй. Ошо айҡанлы эфирҙа байрам программаһы ойошторола, тамашасылар араһында конкурстар уҙғарыла, бүләктәр уйнатыла. “Сәләм” тапшырыуын алып барыусы Наил Юнысов тамашасыларҙы әүҙем ҡатнашырға саҡыра.

Башҡортостан телевидениеһында ҙур марафон ойошторола

2001 йылда “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы булдырыла. Бер йылдан “БТВ” телеканалында республика юлдаш телевидениеһы эшләй башлай. Ул ваҡытта эфир 18 сәғәт дауам итә. 2013 йылдан БСТ тапшырыуҙары тәүлек әйләнәһе күрһәтелә. Башҡортостан телевидениеһы– Рәсәйҙәге ҙур төбәк телеканалдарының береһе. Ул бик күп ижади конкурстар финалисы һәм дипломанты.

Фото №1 - Башҡортостан телевидениеһында ҙур марафон ойошторола
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ