Уға ярашлы, ауыл һәм ҡалаларҙа мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорттары ремонтлана, юл һалына, һыу үткәрелә, спорт йәки балалар майҙансыҡтары төҙөлә һәм башҡа проекттар үтәлә. Бөрйән районы Мораҙым ауылы халҡын урамды яҡтыртыу проблемаһы борсой. Программала ҡатнашып, был мәсьәләне хәл итергә йыйынабыҙ, ти Байназар ауылы биләмәһе башлығы Айрат Салауатов.
Халыҡтан заявкалар киләһе йылдың 11 мартына тиклем ҡабул ителә.







