Башҡортостанда коронавирустан вакциналауҙы яҡшы ойошторған райондар аталды

Оператив штаб ултырышында вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенесә, 1 миллион 530 меңдән ашыу кеше прививканың ике компонентын да эшләткән. Вакцина алырға тейешле халыҡтың 62 проценты иммунизацияны теүәлләгән. Бүздәк, Шишмә, Әлшәй, Өфө һәм Саҡмағош райондарында халыҡтың 80 проценттан ашыуы прививка эшләткән. Республика Башлығы Радий Хәбиров алдынғы муниципалитеттарҙы дәртләндереү буйынса тәҡдим әҙерләргә ҡушты. 

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирустан вакциналауҙы яҡшы ойошторған райондар аталды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ